Башҡортостан парламентының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты ошондай ҡарар ҡабул иткән. Ноябрҙә үткән пленар ултырышта “Ер мөнәсәбәттәрен көйләү” тураһында законға үҙгәрештәр индереү ҡарала. “Республикала яугирҙарға шәхси төҙөлөш өсөн ер биләмәһе бүленә. Ул “Рәсәй Геройы” исемен алған йәки дәүләт наградалары менән бүләкләнгән яугирҙарға ҡарала. Батыр һәләк булған осраҡта, был хоҡуҡ уның яҡындарына бирелә. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр документ йыйыуға бәйле ҡатмарлыҡтарҙы бөтөрөргә тейеш”, - тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.




