Киләһе йылда ла тармаҡ өсөн 7 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Был турала Республика парламенты комитеты ултырышында белдерелде. Алдағы йылдарға ҡаҙна проекты ҡаралды. Финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская әйтеүенсә, киләһе йылда аграр тармаҡ өсөн федераль ҡаҙнанан 2 миллиард 200 миллион һум бүленә, республика бюджетынан 4 миллиард 800 миллион һум өҫтәлә. Дәүләт субсидиялары ауыл хужалығы техникаһы алыу сығымдарын компенсациялау, етештереүҙе яңыртыу проекттарын финанслау өсөн тотонола.




