«Киләсәк технологиялары: фән һәм мәғарифты һанлаштырыу» фестивале IT-технологияларға һәм уларҙың фән, мәғариф һәм йәмғиәт үҫешенә йоғонтоһона арнала. Фестивалдә IT технологиялар өлкәһендәге яһалма интеллект һәм машиналар өйрәнеү, фән һәм бизнес, төрлө фәнни дисциплиналарҙа тикшеренеүҙәрҙе яҡшыртыу, мәғлүмәттәр эшкәртеүҙә һәм инновацион алымдарҙа заманса IT инструменттарын ҡулланыу кеүек темалар күтәрелә. Фестивалдә Башҡортостан ғалимдары, студенттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Донецк халыҡ республикаһынан вәкилдәр бар. Ике көн дауам итәсәк форумда йәш ғалимдар үҙҙәренең һуңғы йылдарҙағы фәнни өлкәләге асыштарын тәҡдим итә.



