«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә бер төркөм пенсионерҙар Үзбәкстанға сәйәхәткә осто


«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проектының географияһы киңәйә. Бөгөн был программа сиктәрендә бер төркөм пенсия йәшендәге туристар «Өфө» аэропортынан Үзбәкстанға осто. Уларҙы БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып ҡалды. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Уларҙы бер уртаҡ һыҙат берләштерә - йәшәүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойғоһо. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 50 турист «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты буйынса иң беренселәрҙән булып Үзбәкстанға оса. Яңы тәьҫораттар артынан сәйәхәткә юлланыусылар иртә менән «Өфө» аэропортына йыйылды. Улар араһында был программа менән быға тиклем дә ҡулланыусылар бар.

Апалы-һеңлеле Дания менән Әлмира ханымдар «Башҡорт оҙон ғүмерлеге»ндә тәүгә. Сәйәхәткә ентекле әҙерләнгәндәр.

Үзбәкстанға сәйәхәт 4 көн дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә өлкән быуын вәкилдәрен Сәмәркәнд һәм Ташкент ҡалаларында экскурсиялар көтә, илдең төп иҫтәлекле урындары - кәшәнә һәм мәсеттәрҙе күрәсәктәр. Шулай уҡ мәҙәниәт менән танышып, милли ризыҡтар тәмләп ҡараясаҡ.


Өлкән йәштәге апай-ағайҙарыбыҙ был ялға лайыҡлы. Юллама арзандарҙан түгел, республика дөйөм сумманың 15 мең һумын ҡаплай. Әммә кешеләр өсөн уңайлы булһын тип тырышабыҙ. Үзбәкстанға юлланған тәүге төркөм вәкилдәрен тулҡынланыу менән көтәбеҙ. Сөнки тап уларҙың тәьҫораттары Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы артабанғы туризм бәйләнешенә йоғонто яһаясаҡ.

Зөһрә Гордиенко, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы

Сәйәхәткә юлланыусыларға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уңыштар теләп үҙ сәхифәһендә былай тип яҙған: «Республикабыҙҙы Үзбәкстан менән бик йылы һәм конструктив мөнәсәбәттәр бәйләй, ул халыҡ-ара аренала төп партнерҙарыбыҙҙың береһе. Хәҙер беҙ социаль туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итә башлайбыҙ. Программа тураһында ентекләберәк Башҡорт-Үзбәк оҙон ғүмерлелеге сайтында танышырға мөмкин. «

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ