Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡуҙы ауылының Йәштәр урамында йорт янған. Был ваҡытта өйҙә бер кем дә булмай: дүрт бала мәктәпкә китә. Ялҡын телдәре хужабикәнең ихатала хужалыҡ эше менән булышып йөрөгән ваҡытында тарала. Ул янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма тауышын ишетеү менән махсус хеҙмәттәрҙе саҡырта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән берлектә асыҡ утты һүндерә. Әле ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары тикшерелә. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, янғын электр ҡоролмаһының ватылыуы һөҙөмтәһенә килеп сығыуы ихтимал.



