Зөлфиә Шамил ҡыҙы һәм Марат Низаметдин улы ете бала тәрбиәләй. 2021 йылдың июлендә булған ваҡиғалар ғаиләнең тормошон тамырынан үҙгәртә. Улдары Илназ көслө ток разряды алыу һөҙөмтәһендә ике ҡулһыҙ ҡала. Уҡыусы балаға алты ҡатмарлы операция яһала. Әммә Илназ барыһын да күтәрә. Фажиғәнән һуң ғаилә Туймазы ҡалаһына күсеп килә.
Радий Хәбиров уҡыусының эш урынын ҡараны, үҫмер уға программалау менән нисек шөғөлләнеүен күрһәтте. Төбәк етәксеһе Илназға уҡыуҙа һәм спорт өлкәһендә яңы еңеүҙәр теләне. Ул шулай уҡ бөтә ҡайғыларҙы бергә кисергән һәм уңыштарға ҡыуанған татыу ғаиләне күреүенә шат булыуын билдәләне.




