Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Был юлы яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәте буйынса тупланған кәрәк-яраҡтар менән бергә, УАЗ машинаһы һәм ике тәгәрмәсле техника оҙатыласаҡ.
Гуманитар ярҙам Өфө автотранспорт колледжы һәм Стәрлебаш районының социаль үҫешкә ярҙам итеү хәйриә фонды менән берлектә әҙерләгән. Урта махсус уҡыу йорто алғы һыҙыҡҡа ебәрәсәк етенсе ылау. Колледж педагогтары йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә айырым иғтибар бүлә. 2021 йылда мәҫәлән, уҡыу йортонда беренсе кадет ротаһы булдырылып, бөгөн яңынан яңы проекттар тормошҡа ашырыла.



