Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды


Бөгөн Өфөнөң Дим районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы скверы төҙөкләндергәндән һуң асылды. Тантаналы сарала власть органдары, махсус хәрби операция һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар, мәктәп уҡыусылары, Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары ҡатнашты. Хәҡиҡәт урамындағы тарихи урын тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Иҫтәлекле стела Дим биҫтәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары башланғысы менән 1972 йылда асылған. 2000 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 55 йыллығы хөрмәтенә яңыртылған. Реконструкциянан һуң һәйкәл күккә ынтылған башҡорт атлыларының уҡтары формаһын алған. Аҡ мәрмәр плитәлә кавалерия дивизияһының хәрби юлы һәм наградалары һүрәтләнгән.

Тарихи урын быйыл көҙ ай ярым эсендә тағы яңы төҫ алды. Стеланың гранит плитәләры реставрацияланған, һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә мемориал тулыһынса реконструкцияланған. Гранит һәм бетон брусчатка һалынған, тротуарҙарға асфальт түшәлгән, эскәмйәләр ҡуйылған.


Фашизмды Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ тарихи биләмәне тулыһынса тәртипкә килтерәбеҙ. Киләһе йыл йәшелләндереү эштәре башҡарыласаҡ һәм бындағы өс йорттоң фасады ремонтланасаҡ.

Антон Тарасов, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы

Ил киләсәге- йәш быуынды батырҙар рухында тәрбиәләү мөһим.Тантаналы сарала мәктәп уҡыусылары Шайморатовсылар сафына алынды.

Скверҙы асыу байрамында Миңлеғәле Шайморатовтың туғандары ла ҡатнашты.

Скверҙа Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалко бюсы төҙөкләндерелгән. Рәсәйҙең герой ҡалалары тураһында иҫтәлекле статуэткалар урынлаштырылған.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ