16 ноябрҙә Өфө Рәсәйҙә самбо көнөн байрам итеүҙең төп майҙансығына әүерелә


Шул уҡ ваҡытта республиканың баш ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының «Самбо өсөн» форумы үтә. Спорттың был төрөн үҫтереү һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү мәсьәләләрен тикшереү өсөн Башҡортостанға 600-ҙән ашыу делегат йыйыла. Ҡунаҡтарҙың тәүге делегацияһы Өфөгә Рәсәй авиакомпанияһының «Самболет» брендлы самолетында килде. Һауа судноһы ҡыҙыл-һоро төҫкә буялған, унда ике көрәшсе, шулай уҡ патриотик лозунг төшөрөлгән. Килгән делегация араһында бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты һәм вице-президенты Сергей Елисеев менән Анатолий Якунин, илдең юниорҙар һәм студенттар йыйылма командаһы тренерҙары, спортсылар, ярыштарҙа ҡатнашыусылар бар. Ҡунаҡтарҙы республиканың спорт министрлығы вәкилдәре, ҡурайсы һәм милли кейемдәге ҡыҙҙар ҡаршы алды.

Форум сиктәрендә Өфөлә өсөнсө тапҡыр «Йондоҙ» бөтә Рәсәй балалар турниры үтәсәк. Уны тәүге тапҡыр яңы сафҡа ингән Көрәш һарайы ҡабул итә. Шунда уҡ «Рәсәй Zа Самбо» форумының пленар ултырышы үтәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ