Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында Бөтә Рәсәй сифат көнөнә арналған форум уҙҙы


Ике көн дауамында Башҡортостандың һәм илдең төрлө төбәгендә йәшәүсе белгестәр медицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыуҙа төрлө алымдарҙы ҡараны. Медицинала профессиональ стандарттар ҡулланыу, остазлыҡ, медицина ярҙамының сифаты һәм хәүефһеҙМлеге мәсьәләләренә арналған темалар күтәрелде. Тармаҡта хәүефһеҙлек, һанлаштырыу, персоналды уҡытыу, стандартлаштырыу һорауҙары буйынса сығыштар булды. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау сифаты көнө - медицина эшмәкәрлегенең сифатына иғтибарҙы арттырыуға, медицина ойошмалары араһында тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән көн.с

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ