Радий Хәбиров Алтай республикаһы вәкилдәре менән Шайморатов һәйәкәленә сәскә һалды


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Алтай республикаһынан килгән делегация менән Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйәкәленә сәскә һалды.

Төбәк етәксеһе ҡунаҡтарға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командирына, уның данлы атлыларына һәм Ватанды һаҡлаусыларға арналған скульптура композицияһының әһәмиәте тураһында һөйләне. 2022 йылдың 11 октябрендә асылған һәйкәл янынан кеше өҙөлмәй. Делегация майҙанға килгән мәктәп уҡыусылары менән аралашты. Андрей Турчак Өфөнөң Совет майҙанында туристарҙы үҙенә тартып торған мөһабәт һәйкәлдең уның өсөн дә ҡәҙерле булыуын билдәләне.

Волна
Акции БСТ