Өфөлә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Алтай Республикаһы дәүләт Йыйылышы - Эл Ҡоролтай араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтте. Документҡа ике республика парламенттары рәйестәре Константин Толкачев һәм Эжер Ялбаков ҡул ҡуйҙы. Парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү төбәктәр араһында сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһын әҙерләү планлаштырыла.
Килешеү тәжрибә уртаҡлашыу, бергә комиссиялар һәм эшсе төркөмдәр ойоштороуҙы, кәңәшмәләр, осрашыуҙар ойоштороуҙы, шулай уҡ рәсми делегациялар менән алмашыуҙы һәм хеҙмәттәшлектең башҡа формаларын күҙ уңында тота. Закондар сығарыу өлкәһендә хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә-граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, хоҡуҡ тәртибен нығытыу, социаль-иҡтисади һәм инновацион үҫешкә булышлыҡ итеү, халыҡты социаль яҡлау, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.



