Өфөнөң «Көрәш һарайы» алдындағы майҙандан бөгөн 138-се гуманитар ылау оҙатылды. Колоннала 8 берәмек техника. Башҡортостан хәрбиҙәренә адреслы ярҙам Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы, дәүләт органдары, Дүртөйлө, Тәтешле, Шишмә райондары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм вайымһыҙ граждандар тарафынан тупланған. Йөк составына 14 автомобиль, шул иҫәптән 8 УАЗ, ағас материалдары, күсмә мунсалар, маскировка селтәрҙәре, дрон кеүек фронт өсөн һәм башҡа әйберҙәр тейәлгән.
Гуманитар конвойҙы оҙатыу сараһында Башҡортостан башлығы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Донецк халыҡ республикаһы башлығы Денис Пушилин һәм Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак ҡатнашты. Улар колоннаны оҙатыусы водителдәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, сәфәрҙең уңышлы булыуын теләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



