Өфөлә хәрби темаға арналған күргәҙмә асылды

“АРТ-ХУПЛАУ. Беҙҙекеләр өсөн” тигән экспозиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ойошторолған. Унда башҡорт рәссамдарының 60-тан ашыу эше тәҡдим ителә. Шулай уҡ Владислав Пегов һәм Александ Скорняковтың картиналары ҡуйылған. Һүрәттәрҙә алғы һыҙыҡта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән ир-егеттәр төшөрөлгән. “Беҙ сәнғәт аша халыҡҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләргә тырышабыҙ”, - тип белдерҙе Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Александр Скорняков. Республикала тыуып үҫкән 12 ир-егет Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Уларҙың һигеҙе һәләк булғандан һуң юғары наградаға күрһәтелде. Художниктарҙың картиналары менән 15 декабргә тиклем танышырға була. Күргәҙмә киләһе йылда Татарстан халҡына тәҡдим ителә.

Фото №1 - Өфөлә хәрби темаға арналған күргәҙмә асылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ