Янғын һүндереүселәр юғары ранг буйынса килгән, зыян күреүселәр юҡ. Өфөләге 35-се белем биреү үҙәгендә теркәлгән осраҡҡа бәйле прокуратура тикшереү уҙғара. Алдан мәғлүм булыуынса, мәғариф учреждениеһының 1-cе һәм 2-cе ҡаттары араһында электр үткәргес янып ирегән, ут сыҡмаған. Бинала булған 1300-гә яҡын уҡыусы һәм 70 хеҙмәткәр эвакуцияланған. Күҙәтеүсе органдар тикшереү барышында белем усағында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешенә баһа бирәсәк.



