Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя


Өс тиҫтә противогаз, радиация дозаһын үлсәүсе ҡоролма һәм башҡалар... Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя. Әле уның коллекцияһында төрлө йылдарҙа ҡулланылған тын алыу органдарын һаҡлау саралары бар. Уларҙы үҫмер төрлө күргәҙмәләр буйлап алып йөрөй. Үҙенсәлекле коллекция менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

30 төр противогаздар араһында иң уңайлыһы ПМК-3, ти Ярослав. Ул еңел кейелә, уттан да һаҡлай. Шәхси һаҡланыу саралары коллекцияһында «Һалҡын һуғыш» йылдарынан алып әлеге заманда ҡулланылған противогаздарға тиклем бар. Тын алыу органдарын һаҡлау саралары сығарыу ваҡыты менән генә түгел, етештерелгән урыны менән дә айырыла. Советтар Союзы, Румыния, Финляндия, Чехословакия һәм башҡалары...


Тәүге противогаз олатайҙыҡы - ГП-5 моделе. Мин уны бәләкәй саҡта мунсала табып алғайным. Уны уйынсыҡ урынына алып йөрөнөм, миңә ҙур ине. Ул ваҡытта бындай коллекция йыйырмын тип күҙ алдына ла килтермәй инем.

Ярослав Надтачаев

Тын алыу органдарын һаҡлау саралары әле булһа ла сафта. Уларҙың ҡаһы берҙәре менән үҫмер быйыл йәй Лермонтов руднигына ингән саҡта ҡуллана. Кавказдағы рудникта ул уран өлгөләрен тикшерә. Ярославтың шәхси коллекцияһында радиация дозаһын үлсәй торған ҡоролма ла бар.

Химия, атом физикаһы менән ҡыҙыҡһынған Ярослав астрономия менән дә шөғөлләнә. Бер йыл элек ҡул аҫтындағы ҡоролмаларҙан телескоп йыя. Ул 14-се йондоҙ дәүмәленә эйә, йәғни уның ярҙамында 25 мең яҡтылыҡ йылы алыҫлығындағы йондоҙлоҡтарҙы күрергә мөмкин.


Тәү сиратта телескопты үҙем өсөн йыйҙым. Башта өй башына менеп, һуңғараҡ тәбиғәткә - Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күл яғына сығып йондоҙҙарҙы күҙәтә башланым. Телескоп ярҙамында күргән иң иҫтәлеклеһе - ул Геркулес йондоҙлоғо.

Ярослав Надтачаев

Телескоп өсөн поезға айырым урын һатып алырға тура килә. Бер ай элек Ярослав үҙе уйлап тапҡан ҡоролма менән Мәскәүҙә үткән «Наука 0+» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашып, дипломант исеменә эйә була. Ярославтың мауығыуҙары күп яҡлы булыуына ата-әсәһе ҡаршы килмәй.


Әлбиттә, улымдың төрлө өлкәләр менән мауығыуы күп сығымдар ҙа талап итә, төндәр йоҡоһоҙ үткән саҡтар ҙа була.. Әммә ул беҙҙең ғаиләбеҙҙе алға этәреүсе двигатель. Быйыл Кавказ буйлап сәйәхәт иттек. Уның менән шундай ҡыҙыҡлы урындарҙа булдыҡ, беҙ өлкәндәр булараҡ, бер ҡасан да рудник кеүек ерҙәргә барыу тураһында уйлап та бирмәҫ инек.

Павел Надтачаев, Ярославтың атаһы
Башбат

Противогаздар коллекцияһы тулы, мин теләгән барлыҡ экземпляр ҙа бар, ти Ярослав. Әле 11-се синыфта белем алған үҫмерҙе һөнәр, университет һайлау кеүек яуаплы осор көтә. Әммә һөнәри йүнәлешен күптән билдәләгән. Ул химик булмаҡсы.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ