Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әнүәр Усманов эҙҙәренән

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, осоусы-штурмлаусы Әнүәр Усманов эҙҙәренән. Яугирҙың тарихы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге лә етди ҡыҙыҡһына. Яугир тураһында үткән аҙнала БСТ телеканалының яңылыҡтар программаһында мәғлүмәт сыҡҡас, уны белеүсе тамашасыбыҙ редакцияға шылтыратты. Ғафури районы Ерек ауылында беҙ осоусы-штурмовик Әнүәр Усманов хаҡында хәтирәләр һаҡлаусы Фәтих Борханов менән осраштыҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ерек ауылында йәшәүсе Фәтих Борханов осоусы-штурмлаусы Әнүәр Усманов тураһында мәғлүмәтте Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күреп белгән. Яугирҙың ағаһы, әсәһе менән яҡындан таныш булған уҙаман хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Илебеҙҙең һәр ғаиләһендә тиерлек Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәбәрһеҙ юғалған туғандары бар. Осоусы-штурмлаусы Әнүәр Сафа Усмановты ла ағаһы, тарих уҡытыусыһы Ғәлим Вәлиев 1969 йылға тиклем эҙләгән. Уҙаман хәтерләүенсә, Әнүәр Усманов хаҡында мәҡәләне Судец фамилиялы офицер ҙа ташҡа баҫтырған булған.

Ауылдашы Әнүәр Сафа улы Усмановтың исеме Ерек ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған стелала мәңгеләштерелгәнен күрһәтте.

Тап ошо нигеҙҙән Әнүәр Усманов илебеҙҙе фашстарҙан азат итергә юлланған.

Күктәге алыштарҙың береһендә уның смолеты көслө утҡа тотолоп, бәреп төшөрөлә. Әнүәр Сафа улының немец пленына эләгеүе, һуңынан ҡасыуы, үлем блогына күсерелеүе тураһында Мәскәү авиация институты эҙәрмәндәре фаразлай. Әлеге ваҡытта Рәсәй эҙәрмәндәре отрядтары тарафынан хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән 28 меңгә яҡын һалдаттың исеме тергеҙелгән. Әнүәр Усмановтың ауылдаштары ла Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты, осоусы-штурман хаҡында мәғлүмәт раҫланыр, ә ҡаһарман яугирҙың яҡты исеме халҡына ҡайтарылыр, тигән өмөттә ҡала.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ