Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физкультура һәм сәләмәтлек институтына - 35 йыл


Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физкультура һәм сәләмәтлек институтына - 35 йыл. Юбилей уңайынан вуз майҙанында төрлө йыл сығарылыш студенттары, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар йыйылды. Күптәр төркөмдәштәре менән бихисап йылдар күрешмәгән.

Бөгөн институт республикала юғары квалификациялы физик культура белгестәрен әҙерләү үҙәге була. Әле вуздың сығарылыш уҡыусылары эшләмәгән бер генә төбәк тә юҡ! Уҡыу йортоноң физик культура белгестәрен әҙерләү өсөн иң яҡшы спорт базаһы бар. Институтты тамамлаусылар араһында Рәсәй һәм донъяла танылған спортсылар - Олимпиада һәм Паралимпия призерҙары, йыйылма командалар ағзалары бар. Сарала институт тарихы - кубок-миҙалдар, иҫтәлекле әйберҙәр һәм фотоһүрәттәр менән танышырға, хатта 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпиада факелын күрергә мөмкин ине. Бынан тыш, ҡунаҡтар иғтибарына сағыу концерт программаһы ла әҙерләнгәйне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ