Баймаҡ ҡалаһында мини-футбол буйынса чемпионат үтте

Баймаҡ ҡалаһында Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында мини-футбол буйынса чемпионат үтте. Ярышта Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан һигеҙ команда ҡатнашты.

Футбол күптәрҙең бала саҡтан үҙ иткән, популяр спорт төрө булып ҡала. Чемпионат Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитетының Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында “Берҙәмлек” проекты буйынса үтте. Ул йәштәр араһында был спорт төрөн популярлаштырыу һәм көслө командаларҙы асыҡлау маҡсатын ҡуйҙы.

Юлдыбай ауылының футбол командаһы Баймаҡтар менән беренсе тапҡыр ғына осрашмай. Улар араһында бындай уйындарҙың дуҫтарса матчы йыш үтә.18 йыл балаларҙы футбол уйынын өйрәткән Венер Ҡудашев менән йәш спортсылар республикала үткән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып тора.

Йәш футболсылар үҙ командаһын алға сығарыу өсөн сәмләнеп ярышты. Командалар уйынын ситтән күҙәткән көйәрмәндәр ҙә төрлө дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне. Ярыш йомғаҡтары буйынса көсөргәнешле уйында Сибай командаһы еңеү яуланы, икенсе урында - Баймаҡ, өсөнсөгә Хәйбулла районы спортсылары сыҡты

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ