«Ҡараш» ресурс үҙәге насар күргән һәм һуҡыр балаларға, уларҙың ата-әсәләренә ярҙам күрһәтә


Консультациялар Өфөләге 28-се коррекция мәктәп-интернаты нигеҙендә үтә. Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар донъяны башҡаса өйрәнә, ти белгестәр. Шуға күрә ресурс үҙәге тирә-яҡты танып-белеү өсөн төрлө ҡорамалдар, уйынсыҡтар, махсус китаптар һәм методик әсбаптар менән йыһазландырылған. Логопед, психолог һәм дефектолог консультацияһын алырға мөмкин. Ресурс үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәр ғаиләгә диагностика үткәрелә, бер ай дауамында дәрестәр үткәрелә. Бынан тыш, онлайн шөғөлләнергә лә була.


Бында балалар менән шөғөлләнеү еңел, сөнки кабинет башҡа коррекция мәктәптәрендә булмаған ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Үҙенсәлекле балалар махсус шарттарҙа уҡытыуҙы талап итә. Уларҙы өлкән тормошҡа әҙерләү - төп бурыстарҙың береһе. Шулай уҡ ресурс үҙәге - ата-әсәләргә лә, педагогтарға ла көс биреү урыны.

Любовь Асьянова, Күреү һәләте боҙолған балаларҙы коррекциялау, уҡытыу һәм консультациялау буйынса «Ҡараш» төбәк ресурс үҙәге белгесе, Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы

Әле республиканың коррекция мәктәптәрендә 500-гә яҡын насар күреүсе малай-ҡыҙ белем ала, тағы 10 бала өйҙә уҡытыла. «Ҡараш» ресурс үҙәге уларҙың һәр береһенә уҡытыу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙер.


Беҙҙең турала мәғлүмәтте Башҡортостандың инклюзив навигаторы сайтында табырға мөмкин. Ресурс үҙәге Степан Злобин урамы 1-се йорт адресы буйынса, 28-се коррекция мәктәп-интернатында урынлашҡан. Беҙҙең хеҙмәттәр менән өфөләр генә түгел, республиканың район-ҡалаларында йәшәүселәр ҙә файҙалана ала. Улар өсөн консультациялар онлайн рәүештә ойошторола.

Марина Шәйхәйҙәрова, Күреү һәләте боҙолған балаларҙы коррекциялау, уҡытыу һәм консультациялау буйынса «Ҡараш» төбәк ресурс үҙәге методисы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ