Бөгөн Мәскәүҙә Транспорт аҙналығы башлана

Уның барышында халыҡ-ара форум һәм “Рәсәй транспорты” күргәҙмәһе үтә. Конгрестың эшлекле өлөшө көнүҙәк мәсьәләләргә арнала. Пленар йыйылышта юғары тиҙлекле хәрәкәт үҫеше, транспорт тармағында технологик суверенитетты нығытыу һәм инновациялар индереү мәсьәләһе ҡарала. Ҙур сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Республика етәксеһе бер нисә мөһим һөйләшеү үткәрергә ниәтләй. Транспорт министры Роман Старовойт менән осрашыу ҡаралған.

Фото №1 - Бөгөн Мәскәүҙә Транспорт аҙналығы башлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ