Был тема хөкүмәттә ҡаралды. Асҡын, Әмзә, Булгаков һәм Мөрсәлим ауылдарында деполар төҙөлөшө өсөн финанс сығанаҡтар билдәләргә ҡушылды. - Янғын һүндереү инфраструктураһы үҫеше - стратегик яҡтан мөһим йүнәлеш. 7 йылда 6 депо, 4 модулле ҡоролма, һәм 3 йылы бокс төҙөлдө. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә улар халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, тип белдерелде хөкүмәттә.




