Киләһе йылда проект 40 район һәм ҡалала ғәмәлгә ашырыласаҡ, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. 98 йорт яны биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бының өсөн республика ҡаҙнаһында 955 миллион һум ҡаралған. "Башҡорт ихталары" программаһына ярашлы, алты йылда 1 мең 469 ихата тәртипкә килтерелгән. Был биләмәләргә яҡын йорттарҙа 879 меңдән ашыу кеше йәшәй.




