Өфө ихаталарында ҡалдырып кителгән транспорт эвакуациялана

Махсус комиссия булдырылған. Ул ноябрҙә бөтә райондарҙа йөрөп сыҡҡан. 130 транспорт сараһы иҫәпкә алынған. 52 техника хужаларына уларҙы күсереү кәрәклеге тураһында иҫкәртмә ҡалдырылған. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хужаһы табылмаған машиналар махсус урындарға алып барыла. Һуңынан, уларҙы һаҡлаған өсөн түләргә тура киләсәк.

Фото №1 - Өфө ихаталарында ҡалдырып кителгән транспорт эвакуациялана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ