Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы документ проектын әҙерләгән. Бында иҡтисадты бер нисә йүнәлеш буйынса үҫтереү мөмкинлеге ҡарала. Инвестиция өсөн инфраструктура булдырыу, урман сәнәғәт күтәреү, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү предприятиеларын булдырыу, төҙөлөш материалдарын етештереүҙе арттырыу тәҡдим ителә. Яңы стратегик документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнә.




