Был турала Республика ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Халыҡтың 50 проценттан ашыуы вакцина алған. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм Бөрө ҡалаларында эш яҡшы ойошторолған. Быйыл көҙ халыҡтың 60 процентын, йәғни 2 миллион 400 мең кешене гриптан прививкалау маҡсаты ҡуйылған.




