Депутаттар ҡарамағына тәҡдим ителәсәк 4 тиҫтәнән ашыу закон проекттары араһында социаль йүнәлештәгеләре лә бар. 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарҙы дәүләт ойошмаларында сиратһыҙ ҡабул итеү, янғын һүндереүселәрҙе һәм ирекмәндәр дружиналарын янғын һүндереү транспортына һалым түләүҙән азат итеү, тәбиғи объекттарҙы һаҡлауға контролде арттырыу һәм башҡа һорауҙар иғтибарға алынды.
Ултырыштың көн тртибенә сығарыласаҡ төп мәсьәлә - 2025 йылға республика бюджеты тураһындағы закон проекты. Киләһе йылда бюджеттың килем өлөшө 324 миллиард һум тирәһе, ә сығымдар 328 миллиард һумға яҡын булыр тип көтөлә. Бю.джет дефициты 4 млрд һәм тәшкил итә.



