Гүзәл заттар ике аҙна дауамында махсус хәрби операция биләмәһендә булып, госпиталдәрҙә яраланған хәрбиҙәргә ярҙам иткән. Быға тиклем дә уларҙың күбеһе ирекмәнлек менән шөғөлләнгән, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам туплауҙа, маскировка селтәрҙәре үреүҙә, окоп шәмдәре яһауҙа ҡатнашҡан. Өфө тимер юл вокзалында ҡыйыу йөрәкле, тәүәккәл яҡташтарыбыҙҙы гөлләмәләр менән ҡаршы алдылар. Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова билдәләүенсә, әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар отрядтарын ойоштороу мотлаҡ кәрәк. Яугирҙар күрһәтелгән ярҙамға рәхмәтен белдергән.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары госпиталдәрҙә дежурлыҡ алып барған, дауалау курсы үткән яугирҙарҙы медицина процедураларына әҙерләгән. Төп эш урынынан отпуск алып, алғы һыҙыҡта булып ҡайтыуҙы гүзәл заттар иң яҡшы ҡарар тип иҫәпләй.



