Һуғыш балаһын юбилейы менән урындағы хакимиәт етәкселеге тәбрикләне. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына бирешмәгән Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы ҡотлауҙарҙы ҡабул иткәндән һуң хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән уның атаһы фронт һыҙығына алынып, хәбәрһеҙ юғалған. Үгәй әсәй һәм өләсәһе ҡарауында үҫкән. Аслыҡ йылдары айырыуса күңелендә ҡалған, бәләкәйҙән ауыр эшкә йәлеп ителгән.
Фәриҙә Әйүпова хаҡлы ялға тиклем колхозда, унан һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Тормош иптәше менән бергә алты бала үҫтергән. Ғүмер байрамын ҡаршылағанда ейән-ейәнсәрҙәрҙе, бүлә-бүләсәләре лә ҡайтҡан. Яҡындары билдәләүенсә, Фәриҙә Үмәрғәле ҡыҙы шиғыр яҙыуға ла маһир.



