Быйыл Башҡортостанда күп фатирлы 39 йорттоң 119 подъезы төҙөкләндерелә


Программаны тормошҡа ашырыуға яҡынса 103 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Өфө ҡалаһы, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарындағы торлаҡ подъездары комплекслы ремонт программаһына ингән. Капиталь ремонт фонды тарафынан ҡыйыҡ, фасад, лифттарҙы яңыртыу буйынса ла күләмле эштәр алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа һыу, газ, йылытыу системаһына ремонт ойошторола. Программа тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалында.

Милекселәр өсөн көтөп алынған ремонт. Өфөнөң Харьков урамындағы күп фатирлы йорттоң өс подъезы ла заманса төҫ алған. Фәнис Хәбибов билдәләүенсә, 1959 йылда төҙөлгән торлаҡта быға тиклем комплекслы ремонт бер ваҡытта ла яһалмаған. Стеналар һәр ваҡыт бер үк төҫтәргә генә буялған. Әлеге биҙәлешенә иһә күҙҙәр ҡыуана. Ишек-тәҙрәләр, почта йәшниктәре лә яңыртылған, хәҙер поъезда күпкә яҡтыраҡ та.

Капиталь ремонт программаһы сиктәрендә күп фатирлы йорттоң ҡыйығы ла яңыртылған. Шифер урынына профнастил түшәлгән. Дөйөм алғанда, быйыл республикала тағы ла 387 торлаҡта ошондай төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Фонд тарафынан фасад, лифттарҙы, инженер селтәрҙәрҙе яңыртыу эше лә һөҙөмтәле ойошторолған. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Төҙөлөш материалдарына йылдан-йыл хаҡ артыуы күҙәтелә.


Төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүе фондтың финанс тотороҡлоғона кире йоғонто яһауы ихтимал. Тарифтар шул уҡ кимәлдә ҡалған осраҡта, беҙгә ремонтланасаҡ йорттар һанын йыл һайын кәметергә, йә төҙөлөш материалдарында экономияларға тура киләсәк. Был да дөрөҫ түгел. Сөнки капиталь ремонттың төп бурысы эштәрҙе сифатлы башҡарыуға ҡайтып ҡала.

Олег Койда, Капиталь ремонт фондының мәғлүмәт бүлеге етәксеһе

Былтыр Башҡортостандың капиталь ремонт фонды ун йыллығын билдәләгәйне. 2052 йылға тиклем иҫәпләнгән республика программаһына 17 меңдән ашыу күп фатирлы йорт индерелгән. Быйыл подъездарҙы иҫәпкә алмағанда, капиталь ремонт буйынса эштәрҙең дөйөм хаҡы яҡынса биш миллиард һум тәшкил иткән. Күп өлөшө милекселәрҙән йыйылған аҡса. Шул уҡ ваҡытта республика тарафынан финанстар бүленеүе төҙөкләндерелгән объекттар һанын арттырырға булышлыҡ итә. Әйтәйек, быйыл лифттарҙы яңыртыуға төбәк бюджетынан 272 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ