Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылы мәҙәниәт йорто яңы һулыш кисерә


«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә заманса мәҙәни киңлек барлыҡҡа килде. Ул ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Ремонт эше барышында тамаша залында сәхнә яңыртыла, заманса театр ултырғыстары, шулай уҡ яҡтылыҡ һәм музыка ҡорамалдары ҡуйыла. Ял итеү зонаһы, музей һәм китапхана булдырыла. Бынан тыш, төҙөкләндерелгән мәҙәниәт йортонда сигеү һәм туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә башлай.

Яңыртылған мәҙәниәт йортонда сағыу һәм дәртле йырҙар хәҙер яңыса яңғырай. Үҙәктә 100-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Был балалар һәм өлкәндәр коллективтары ла. Мәҙәни киңлек яңы таланттар асыуҙан тыш, идеялар менән уртаҡлашырға һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытырға булышлыҡ итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ