Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын хәстәрләү мәсьәләһе тикшерелде


Көҙ-ҡыш миҙгеле киләсәк уңышҡа әҙерлек өсөн иң ҡулай ваҡыт. Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын хәстәрләү мәсьәләһе тикшерелде. Һуңғы 6 йылда Башҡортостан агросәнәғәт комплексының техника паркы 60 процентҡа яңыртылған. Был маҡсатҡа 64 миллиард һум тотонолған. Әммә аграрийҙарға еңел түгел. Сөнки ошо ваҡыт эсендә тракторҙар һәм комбайндарҙың хаҡы 3-4 тапҡырға ҡиммәтләнгән, ә продукция хаҡы әллә ни артмай. Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов, төбәктең Росагролизинг менән тупланған партнерлыҡ мөнәсәбәттәре һаҡлана, тип билдәләне. Уның ярҙамында Башҡортостан аграрийҙары компанияның льготалы программаларында әүҙем ҡатнаша. Әммә булған техниканы һаҡлау һәм ремонтлау мөһим. Шуға ла семинарға техниканы һаҡлау һәм ремонтлау мәсьәләләренә ҙур баҫым яһалды.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға ремонт предприятиеларының техник йыһазландырылыуы, эш процестарын ойоштороу, инженерҙар һәм механизаторҙар өсөн квалификация күтәреү программаларын тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт тапшырылды. Шулай уҡ тракторҙарҙы һәм ауыл хужалығы техникаһын техник тикшереүгә йомғаҡ яһалды. Һуңынан ҡатнашыусылар эре компанияларҙың, шул иҫәптән «Башсельхозтехника» предприятиеһына ҡарған Шишмә филиалының ремонт-производство базалары менән танышты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ