Башҡортостан Милли музейында Александр Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институты геологтарының фотоларынан торған күргәҙмә асылды.
Проект геолог һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәтелгән. Йыл һайын институттан 300-ҙән ашыу белгес Рәсәйҙең геологик картаһын төҙөү өсөн илдең төрлө төбәктәренә сыға. Улар тау тоҡомдары өлгөләрен өйрәнеп кенә ҡалмай, ер аҫты байлыҡтарының бар матурлығын фотоға ла төшөрә. Һәр һүрәт төрлө күҙлектән файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм асыҡлау барышын сағылдыра.



