Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды


Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы «Аҡбуҙат» журналы менән берлектә ойошторған конкурс еңеүселәре ике номинацияла билдәләнде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорт халыҡ йыры «Асылыҡай» был юлы башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған талант эйәһе Факиһа Туғыҙбаеваның иҫтәлегенә арналды. Әҙибәнең хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған конкурсты йомғаҡлау сараһы йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Конкурс шарттарына ярашлы, жюри иғтибарына башҡорт һәм татар телдәрендә ижад ителгән шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр ҡабул ителгән. Баһалама ағзалары тарафынан йәмғеһе 109 эш әҫәрҙең сюжет линияһы, жанры һәм тел үҙенсәлектәре буйынса етди тикшереү үткән. Конкурста Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған ижадсылар ҙа ҡатнашҡан.

Киләсәктә еңеүсе авторҙарҙың әҫәрҙәрен ваҡытлы матбуғат биттәре меннә генә сикләнмәй, айырым китап булып нәшер итеү ҙә ҡарала.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ