Ете бала тәрбиәләүсе Әлфиә һәм Илдар Нурыевтарҙың әүҙем, татыу, берҙәм ғаиләһенең бәхет сере хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Күмәк бала тәрбиәләүсе өлгөлө ғаилә башлығы. Илдар Нурыевҡа төбәп әйтелгән был һүҙҙәрҙе яҡташтары йыш ҡабатлай. Балаларына дөрөҫ тәрбиә бирергә ынтылған атай Һарт-Лыбау ауылының «Шәйхулла мәсете имам-хатибы. Күптән түгел Илдар Рәшит улы «Аталыҡ даны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Нурыевтар ғаиләһендә алты ул һәм бер ҡыҙ бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы Илдар Нурыев ауылдаштары тормошона битараф түгел. Йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу өсөн төрлө конкурстар, мәҙәни саралар ойоштора. Үҙҙәре лә тотош ғаиләһе менән»Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика асыҡ конкурсында ҡатнашырға йөрьәт иткән. Бынан тыш, йәш быуынды тәрбиәләүҙә тос өлөш индергән ғаилә «Төбәк лидерҙары» телевизион премияһының «Илһөйәрлек» номинацияһында еңеү яулаған.
Нурывтарҙың балалары атай абруйын, әсә наҙын тойоп йәшәй.»Инәле бала-иркәле, аталы бала-арҡалы» тигән әйтем дә тап Әлфиә һәм Илдар Нурыевтар ғаиләһе тураһында әйтелгән кеүек.
Гүзәл Борханова



