Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү мәсьәләһен тикшерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ВодоходЪ. Пассажир порты» компанияһының генераль директоры Юрий Куликов менән осрашты. Яҡтар республикала эске һыу транспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән берлектәге проекттарҙың үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров төбәк өсөн йылға транспорты инфраструктураһы әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Компания менән быға тиклем үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Республика Башлығы йылға транспортын артабан үҫтереү өсөн мөмкинлек барлығын билдәләне.

Фото №1 - Башҡортостанда һыу транспортын үҫтереү мәсьәләһен тикшерелде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ