“Башҡортостан” милли паркынан белдереүҙәренсә, яңы маршруттың исеме Айыу ҡутарған тип атала. Ул Ағиҙел йылғаһы буйындағы кемпингтан башлана. Өс километрлыҡ экоһуҡмаҡ буйлап ошо уҡ исемле тауға артылырға мөмкин. Йәйге туристик миҙгел башланыуға мәғлүмәт таҡталары, күрһәткестәр ҡуйыла, ял итеү өсөн урындар әҙерләнә.




