Башҡортостанда балалар әҙәбиәтенә контроль арта

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев балалар нәфис әҙәбиәте өлкәһендә ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның составында депутаттар, власть органдары вәкилдәре, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, китап магазиндары хужалары бар. -Рәсәй яҙыусылар берлеге уҙғарған тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса балалар китаптарының 60 проценты уларға насар йоғонто яһай. Был өлкәлә контроль кәрәк, - тине спикер Константин Толкачев.

Фото №1 - Башҡортостанда балалар әҙәбиәтенә контроль арта
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ