Башҡортостан яугирына Рәсәй Оборона министрлығы наградаһы тапшырылған

“БАО” ҡушаматлы һалдат Октябрьский ҡалаһынан. Уға ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн “За разминирование” миҙалы бирелгән. Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский ошо турала белдергән. “Ҡаһарман егетебеҙ менән ғорурланабыҙ. Герой тәрбиәләгән өсөн ата-әсәһенә рәхмәт әйтәбеҙ.  Яугир иҫән-һау йөрөһөн. Еңеү менән тыуған яҡта көтәбеҙ”, - тигән ул. “БАО” армияға тиклем “Гвардия” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнгән. Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән һәм Донбасҡа юлланған.  

Фото №1 - Башҡортостан яугирына Рәсәй Оборона министрлығы наградаһы тапшырылған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ