Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты. Төбәк етәксеһе яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Башҡортостанда йәш белгестәргә лайыҡлы хеҙмәт юлына баҫыу өсөн гранттар һәм стартап программалары байтаҡ. Республика етәкселеге һәләтле, тырыш яҡташтарға һәр саҡ күп яҡлы ярҙам күрһәтергә әҙер. Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа профессиональ үҫеш өсөн мегаполистарҙағы кеүек үк шарттар тыуҙырылған. Ғөмүмән, Башҡортостан сәнәғәт, фәнни-техник үҫеш, бизнес өсөн инвестиция климаты йәһәтенән илдә алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тышҡы иҡтисади үҫеш буйынса ла һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барыла.




