Баймаҡта Урал аръяғы райондарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн семинар үтте


Сараны «Клубтар тураһында» социаль-мәҙәни проекты буйынса Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо. Спикерҙар клуб хеҙмәткәрҙәре өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса практик дәрестәр бирҙе.

Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Белорет, Учалы райондарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре республика халыҡ ижады ойошторған «Про клубы» семинарында 11 майҙансыҡта шөғөлләнде. Төрлө сәнғәт төрҙәре һәм жанрҙар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр үтте. «Атайсал» үҙәгенең художество етәксеһе Зилә Лира сарала ҡатнашыусыусыларҙы боронғо ашыҡ уйынының бар нескәлектәренә төшөндөрҙө. Халҡыбыҙҙың онотолоп барған уйынын уға өләсәһе өйрәткән булған.

Семинарҙың төп маҡсаты - баш ҡаланан алыҫта урынлашҡан ҡала-район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу, эш алымдары менән уртаҡлашыу, төрлө проеттарҙа, гранттарҙа ҡатнашырға булышлыҡ итеү. Шулай уҡ вокал, хореография, фольклор, инструменталь жанр, мәҙәни мираҫ менән эш иткәндә төп хаталар анализланды, методик тәҡдимдәр бирелде.

Семинар Урал аръяғы райондарынан йыйылған һөнәр эйәләре өсөн бик фәһемле булды. Бар майҙансыҡтарҙа ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҫеп килгән быуын менән, ҙур тәжрибәгә таянып төплө эш алып барҙы.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ