Республикала «Рекрут» программаһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды


ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа ярҙамында граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум аҡса түләнә. Унда ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документ тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш. Бөгөнгә «Рекрут» программаһы буйынса 2346 ғариза ҡабул ителгән. Иң күп ғаризалар Өфө ҡалаһында һәм Ишембай райондарында йәшәүселәрҙән килгән.


«Рекрут» - әһәмиәтле һәм көнүҙәк программа. шуға ла уның ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге билдәләнде. Программа буйынса ай һайын йөҙәрләгән ир-егет хәрби хеҙмәткә йәлеп ителә. «Рекрут» буйынса егеттәр менән аңлатыу эше алып барыусыларға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, сөнки Туған ил киләсәген хәстәрләү һорауҙарында һәр ярҙам мөһим.

Игорь Нурмөхәмәтов, Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ