Бишбүләк районы үҙәгендә Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө уңайынан стела асылды


Бишбүләк районы үҙәгендә Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө уңайынан стела асылды. Әйткәндәй, быйыл илдә ракета ғәскәрҙәрен булдырыуға 65 йыл тула. Сарала ғәскәр ветерандары, ауыл советы башлыҡтары, йәш армеецтар ҡатнашты. Илһөйәрлек саралары Сиҙәкбаш ауылында ла дауам итте. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһы.

Уларҙан һуң яу яланында тыныс. Ракета ғәскәрҙәре девизына ярашлы, улар фронтта ҡалҡан һәм дошман утынан һаҡлаусы сатыр. Был яңы асылған таҡтаташта ла сағылыш тапҡан. Райондың ракета ғәскәрҙәре ветерандары өсөн был көтөп алған мәл. Еңеү паркында сик буйы йәки диңгеҙселәргә стела бар, ә беҙҙеке юҡ ине, ти улар.

Сарала ветерандарға «Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт өсөн» билдәләре тапшырылды. Стела ла нәҡ улар башланғысында барлыҡҡа килгән. Финанс яҡтан бағыусылар ярҙам иткән. Районда Ракета ғәскәрҙәре ветерандары советы ла эшләй. Ойошма рәйесе әйтеүенсә, ағзаларҙы йыйып алыу башта ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Яу яланында һәләк булғандар иҫтәлегенә стела Сиҙәкбаш ауылында ла асылды. «Патриот» паркын ауыл халҡы «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы буйынса төҙөгән. Локаль һуғыштарҙа һәләк булғандарҙы сарала бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Махсус хәрби операцияла ауылдан 18 ир-егет ҡатнаша. Берәүҙәр фронтта саҡта, тылдағылар Кесе Ватанды төҙөкләндереүгә көс һалырға тейеш, тигән фекерҙә ауылдаштар. Был маҡсатта икенсе программаға ҡушылғандар.

Бынан тыш, халыҡ ауылдағы «Екатерина юлы» йәғни 200 йыллыҡ баҫманы ремонтламаҡсы. Был маҡсатта ла улар дәүләт ярҙамына өмөтләнә. Пландар бының менән генә тамамланмай.

Рәзилә Ғилметдинова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ