Саҡмағош ауылында ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө билдәләнде


Был байрам Сталинград алышында һынылыш яһаған Совет ғәскәрҙәре контрһөжүме хөрмәтенә барлыҡҡа килә, был көн Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңеүҙә хәл иткес роль уйнай. Артиллерия иһә махсус хәрби операция биәлмәһендә, хәҙерге ысынбарлыҡта ла көслө ҡорал. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Артиллеристарҙы һәм ракета ғәскәрҙәре яугирҙарын хөрмәтләү саралары Саҡмағош ауылының Еңеү паркында 2018 йылдан алып уҙғарыла. Тантаналы митингта ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып төрлө хәрби конфликттарҙа һәләк булған геройҙарҙы иҫкә алды, мәңгелек утҡа сәскә һалды.

Танкка ҡаршы атыусы пушка, катюша, көбәкле миномет-уларҙың барыһын да хәрбиҙәр үҙ ҡулдары менән йыйған.Йәш быуын хәрби техниканы яҡындан күреп белһен өсөн был ҡоралдарҙы парадҡа алып сыҡҡандар.

Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдағы мөһим ваҡиғаларға бәйле билдәләнә. Сталинград янында Ҡыҙыл Армия фашистарға ҡаршы контрһөжүмгә бара. Унда гитлер ғәскәрҙәренә ҡаршы артиллерия ҡулланыу мөһим роль уйнай. Бөгөн иһә махсус хәрби операция биләмәһендә был ғәскәр төрө яугирҙарҙы һаҡлаусы ҡалҡан ролен үтәй.

Еңеү паркында артиллерия һәм ракета ғәскәрҙәре яугирҙарына һәйкәл асылды. Тантаналы митингка хәрбиҙәр, мәктәп уҡыусылары, махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың яҡындары ла килде. Резеда Ильясова «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы. Ул тылда махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итә, ә улдары-ватан һағында.


Ике улым да махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Береһе-рота фельдшеры, ә икенсеһе -рота командиры. Уландарымдың икәүһенең наградалары бар. Мин хәрби хәрәкәттәр ветерандарына әсәйҙәрсә хөрмәт менән бағам.

Резеда Ильясова, Саҡмағош районында «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды филиалының социаль координаторы

Байрам сараһы асыҡ аҡланда артиллеристар залпы менән тамамланды. Бындай сараларҙың маҡсаты - йәштәргә хәрби тормош ысынбарлығын күрһәтеү.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ