Хәрби хәбәрсе Азат Саҙрыев ошо турала хәбәр итте. Республиканан яугирҙарға төҙөлөш материалдары, ҡышҡы маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы плащтар һәм мобиль мунсалар оҙатылған. Бөтә кәрәк-яраҡтар хәрбиҙәрҙең заявкаһы буйынса әҙерләнгән. Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов ярҙамды Донбасҡа тиклем оҙатып барған.
“Кадиллак” ҡушаматлы яугир Шишмә районынан. “Ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәйбеҙ. Башҡортостан ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙе хәстәрләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт”, - ти һалдат.
Республика махсус хәрби операцияға ебәрелгән гуманитар ылауҙар һаны буйынса илдә алдынғылар исемлегендә.




