3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола. Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин. Республика етәксеһенә «Башҡортостан башлығының тура линияһы» телеграм-боты, дәүләт хеҙмәттәрендә кире бәйләнеш платформаһы йәки республика башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлек аша һорау бирергә мөмкин. Видеомөрәжәғәттәр 2 декабргә тиклем киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.




