Ғафури районы хакимиәте халыҡ менән күсмә осрашыуҙар ойоштора


Сираттағы саралар Игенйылға һәм Табын ауылдарында үтте. Унда йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Халыҡ менән осрашыуҙа райондың төрлө тармаҡ белгестәре лә ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Игенйылға ауылы халҡы менән осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Ғафури районы хакимиәтенең яңы башлығы менән яҡындан танышҡандан һуң, беренселәрҙән булып Ҡотлоғужа ауылы старостаһы Кәримов үҙ һорауын бирҙе. Замандашыбыҙҙы юл мәсьәләһе борсой.

Осрашыуҙа шулай уҡ медицина тармағына бәйле һорауҙар ҙа яңғыраны. Ауылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү мәсьәләһе күтәрелде. Әйткәндәй, быйыл Ғафури районының дүрт ауылында модулле медицина пункты файҙаланыуға тапшырылған.

Район хакимиәте етәкселегенә ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр ҙә еткерелде. Әлеге ваҡытта ауыл тормошондағы барлыҡ саралар ҙа яңыртыу талап ителгән мәҙәниәт усағында үтә.

Ғафури районы хакимиәте башлығы менән осрашыу төрлө тармаҡтар белгестәре менән берлектә үтте. Ошоға бәйле ҡайһы бер һорауҙарға урында уҡ асыҡлыҡ индерелде.

Ошондай уҡ осрашыуҙар Ғафури районының бар ауылдарын иңләйәсәк. Район етәкселеге халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү үҙ һөҙөмтәләрен бирер тигән өмөттә. Хәл ителмәҫ мәсьәләләр юҡ, ни бары халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләү мөһим, тине осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ