Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың балалар бүлегендә капиталь ремонт тамамланды


Өфөлә медицина учреждениеларын яңыртыу буйынса республика программаһына ингән тәүге объект сафҡа инде.

Төбәк башлығы Радий Хәбировтың шәхси башлағысы менән, 2030 йылға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында 118 медицина объекты тәртипкә килтереләсәк. Уларҙың тағы ла дүртәүһендә эштәрҙе быйыл тамамларға планлаштыралар. Был көн кескәй Дамир өсөн генә түгел, табип һәм башҡа пациенттарға ла оло байрам. Уларҙы өр яңы палата, коридорҙар, техника һәм мебель ҡаршы алды. Дүрт кешелек палаталар ике урынлы итеп үҙгәртеп ҡоролған, бынан тыш балалар өсөн яңы шарттар булдырылған. Атап үткәндә уйнау өсөн комплекстар, парикмахер бүлмәләре асылған, палаталарҙа телевизорҙар ҡуйылған һәм процедура кабинеттары яңыртылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ