Өфөнөң 1-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнаша


Инициатива менән балалар баҡсаһы етәкселәре һәм ата-әсәләр сыҡҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәгән учреждение балалар майҙансығын төҙөкләндерергә ниәтләй. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре инициатив төркөм ойоштороп, «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһына документтар тапшырған.

Проект миллион ярым һум тәшкил итә, уның тәүге 10 процентын халыҡ, икенсеһен бағыусылар иҫәбенә ҡаплана. Ҡалған сумма ҡаҙнанан түләнә. Бөгөнгә ата-әсәләрҙән тупланған инициатив төркөм эшләп килә.

Өфөнөң Киров районында урынлашҡан 1-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында тәүгә, район үҙе йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

2024 йылда»Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 660 миллион һум аҡса бүленгән. 661 проект финанс ярҙам алған, конкурста бөтәһе 984 башланғыс ҡаралған.

Фидан Монасипов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ