Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәләре ойошторолоуға 101 йыл тулды


Тарихи дата айҡанлы Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанда хеҙмәт алдынғыларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика участка уполномоченныйҙары хеҙмәте 1 мең 200 кешене берләштерә. Һуңғы йылдарҙа состав йәш белгестәр менән тулыланған. Яуаплы һөнәрҙе һайлаусылар араһында гүзәл заттар ҙа байтаҡ.

Күп осраҡта участковыйҙар үҙ биләмәһендәге берҙән-бер хоҡуҡ һаҡсыһы булып тора. Һәр хеҙмәткәр ҡарамағында 1 мең 400-ҙән 3 мең ярымға тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункт. Көндәлек эшмәкәрлек участковыйҙарҙан ҡануниәтте белеүҙән тыш, халыҡ менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүҙе лә талап итә. Әбйәлил районынан өлкән лейтенант Мансур Моратшин ошо көндәрҙә «Халыҡ участковыйы» федераль конкурсында өсөнсө урын яуланы. Һөнәрмәндәрҙе Мәскәүҙә Эске эштәр министры Владимир Колокольцев бүләкләне.

Волна
Акции БСТ